31 декабрь көнө киске сәғәт 9-ҙа Рус дәүләт академия драма театры ҡаршыһында концерт башлана.
Ул төнгө сәғәт икегә тиклем дауам итәсәк һәм фейерверк менән тамамланасаҡ. Ҡала урамдары 19 боҙ ҡаласығы менән биҙәлде, уларҙа йылдың символы – Маймыл образы сағылыш тапҡан. Ленин исемендәге майҙанда бөгөн Раштыуа йәрминкәһе эшләй башлай, ул 10 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Бында килеүселәр төрлө күңел асыу сараларында ҡатнаша ала, ғаилә менән кафела ял итеү, шулай уҡ байрам сувенирҙары һатып алыу мөмкинлеге бар.