Икенсе тулҡын

Тулыраҡ: Икенсе тулҡын

Республикала һуңғы 3 көндә коронавирус менән зарарланыусылар йылдам арта, табиптар көнөнә уртаса 50-ләп сирлене теркәй. Пневмония диагнозы ла йышыраҡ ҡуйыла башлаған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә дауаханаларҙа әлеге ваҡытта коронавирус менән 103 пациент дауалана, уларҙың 4-е ауыр хәлдә. 829 кеше амбулатор дауа ала. Ә бына пневмония менән сирләүселәр тәүлегенә 161-гә күберәк теркәлә башлаған. Йыл башынан алып республикала 1 505 сирле пневмониянан һәләк булған. Дөйөм Рәсәйҙе алғанда, тәүлегенә 13 592 кешелә коронавирус инфекцияһы табылған. Пандемияның башынан алып был диагноз 1 миллион 310 мең кешегә ҡуйылған. 22 мең 700-ен табиптар ҡотҡарып алып ҡала алмаған. Коронавирусты ҡабаттан йоҡтороусылар теркәлеүе хәлдең ысынлап та ҡырҡыулығы тураһында һөйләй. Ошо көндәрҙә донъяла беренсе булып шундайҙарҙың береһе баҡыйлыҡҡа күскән. Белгестәр һәр кемгә һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә өндәй. Организмға килеп ингән вирус үҙен нисек тотоуы, ниндәй эҙемтәләр ҡалдырыуын алдан күҙаллап булмай.