Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы

Тулыраҡ: Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы. Премьер-министр Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итеп ул ошондай шарттарҙа эште дөрөҫ ойошторорға ҡушты. Сир йоҡторғандар һаны 9402. Үткән тәүлектә яңы 58 осраҡ теркәлгән. Һаулыҡ һаҡлау министры күрһәткестәрҙең ҡырҡа артыуын республикала тест яһатыу һаны күбәйеүе менән бәйләй. 23 лабораторияла көнөнә 9 мең тест тикшерелә. Дауаханаларҙа 104 кеше, үткән аҙнала 158 сирле һауығып сыҡҡан. Ҡорбандар һаны төбәктә 46-ға етте. Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығын койка фонды резервын һаҡларға, ә сир таралыуҙы сикләр өсөн бар күмәк сараларҙы 1 декабргә тиклем кисектереп торорға тәҡдим итә. Эш биреүселәрҙе Радий Хәбиров, мөмкин булһа, хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләү тәртибенә күсерергә өндәй. 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция әмәлен күрергә тәҡдим ителә. Мәктәптәрҙә иһә көҙгө каникулдар бер аҙнаға иртәрәк башлана. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин 200-гә яҡын уҡыусыла, 150 уҡытыусыла коронавирус инфекцияһы асыҡланғаны тураһында белдерә. Сирлеләр менән аралашҡан 4700-ҙән ашыу бала карантинда. Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларынан алып хеҙмәт коллективтары етәкселәренә тиклем яуаплыларға сир таралыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар күрергә ҡуша. Республикала бөгөндән битлек режимын үтәүҙе күҙәтеү буйынса рейдтар йышая, халыҡ күмәк йыйылған тантаналар ойошторолмай, мәҙәни сараларҙа тамашалар залының тик 30 проценты файҙаланыла, спорт ярыштары көйәрмәндәрһеҙ үтәсәк. Түңәрәктәр һәм күнегеүҙәр залында шөғөлләнгәндә санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү талап ителә. Түңәрәктәр эшен тик шәхси һәм дистанцион тәртиптә ҡалдырырға тәҡдим иткән мәҙәниәт министрлығын Радий Хәбиров ашыҡмайынса был ҡарарҙы йәнә бер тапҡыр тикшерергә саҡыра. Ауыл хужалығы тармағы оператив кәңәшмәлә ураҡ барышы менән таныштыра. Майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 74 процентында уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдереүенсә, быйыл Башҡортостан аграрийҙары 4 миллион тоннанан ашыу иген туплаған. Үткән йылдағы күрһәткестән был 800 мең тоннаға күберәк. Күләмдең артыуына элиталы орлоҡтар сәсеү, минераль ашламалар индереү һәм элек файҙаланмаған һөрөнтө ерҙәрҙе ҡулланышҡа алыу булышлыҡ иткән. Гектар ҡеүәте былтырғы менән сағыштырғанда 19,9 центнерҙан 22,8-гә еткән.11 октябрҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнде, Башҡортостанда был датаға бәйле тантаналарҙы ноябрь башында ойоштороу көтөлә. Бар санитар норма һәм ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып.