Әлиә Фәтхиева килемде интернетта әйбер йә реклама һатып түгел, ә үҙе һайлаған һөнәр буйынса эшләп алған. Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ – комбайнсы. Ҡала ҡыҙының ҡеүәтле тракторҙы яҡшы белеүе, тәү ҡарашҡа, сәйер күренһә лә ғәжәпләнергә түгел, сөнки Әлиә Аграр университеттың механика факультетында белем ала. Ә уның кеүек ир-егеттәр һөнәрен һайлаусы ҡыҙҙар йылдан-йыл арта, ти педагогтар.Двигателдең эшләү үҙенсәлектәре, уның техник агрегаттарын хәрәкәткә килтереүе, техниканы төрлө эштә ҡулланыу серҙәрен студенттар махсуслаштырылған оҫтаханала өйрәнә. Хәйер, бында макеттар алдынғы хужалыҡтарҙағынан ҡалышмай.20 йәшлек студент ҡыҙҙың комбайн менән идара итеүен ғәҙәти күренеш, тип әйтмәҫһең. Әлиәнең уңыштарына хатта тәжрибәле һөнәрҙәштәре лә хайран ҡала. Ә серен уның остазы ғына белә.Практика ваҡытында комбайн менән тәүге танышыу уны ремонтлауҙан башланды, ти 4 курс студенты.Техника менән дуҫлашып ҡына ҡалмай, ике аҙна эсендә Әлиә Фәтхиева 755 тонна иген һуғып алыуға өлгәшә. Көндәлек күрһәткес буйынса уртансыларҙан ҡалышманым, ти комбайнсы ҡыҙ. Уның уңыштары хаҡында хатта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡҡайны.Кондиционер, музыка, елләтеү системаһы менән йыһазландырылған заманса комбайн менән идара итеү, тәү ҡарашҡа, еңел күренә, тик баҫыуҙа һәр центнер өсөн ысын алыш барғанда ҡыҙға ялан уртаһында комбайнды ремонтларға ла тура килә. Уҡыуҙы тамамлағас йәнә комбайнға ултыраһыңмы тигән һорауға сығарылыш курсы студенты ышаныслы эйе тип яуаплай. Практика үткән хужалыҡта уны эшкә лә өлгөргәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлкән өләсәһе тракторсы булып эшләгән Әлиә ҡала ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан уның юлын һайлай. Эштең йыртығы юҡ иң мөһиме уны яратып башҡарырға ти йәш комбайнсы. Ә киләсәккә пландары үҙ хужалығын булдырыу, хәйер бының өсөн ныҡлы нигеҙ бар.
Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.
Тулыраҡ: Өфөлә йәшәүсе студент ике аҙна эсендә 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.