Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 октябрь 25 йәшлек егет танышының Хендай Соната автомобилен ҡыуып алып китеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә авария ҡылып өлгөрә. Йәрәхәт алыусылар юҡ, әммә бихисап автомобиль зыян күрә. Асыҡланыуынса, тәртип боҙоусы бер нисә тапҡыр урлашҡаны, машина ҡыуғаны һәм мутлыҡ өсөн быға тиклем дә хөкөм ителгән. Әммә был уны эш боҙоуҙан бер ҙә туҡтатмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, енәйәтсегә бер ҡасан да автомобиль йөрөтөү таныҡлығы бирелмәгән. Етмәһә, шаһиттар уның үҙ-үҙен контролдә тота алмағанын, тилерткес мәтдәләр тәъҫире аҫтында булыуын билдәләй. Тәфтишселәр енәйәтсе кейеме араһында дәлилдәр ҙә таба. Автомобиль урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды
Тулыраҡ: Авария ойошторған 25 йәшлек егет ҡулға алынды