Ваҡытында тәүбәгә килеү

Тулыраҡ: Ваҡытында тәүбәгә килеү

Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр өсөн мәсет һәм сиркәү әүҙем эшләп килә. Ҡасандыр ошо уҡ колонияла ултырып сыҡҡан Әхмәт хәҙрәт Суфиянов иманға баҫып, намаҙ уҡырға өйрәнә, тыуған ауылында мәсет төҙөй. Колонияларҙа изге йорттарҙың төҙөлөүе ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Ә хөкөм ителеүселәрҙең быға ҡарашы нисек? Башҡа колонияларҙа мәсет төҙөлөрмө? Әхмәт хәҙрәт Суфияновҡа Салауат ҡалаһындағы 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһы яҡшы таныш. Һуңғы тапҡыр бында ул биш йыл элек булған. Ул мәсеткә йөрөүсе хөкөм ителеүселәр менән аралаша, улар менән әңгәмә үткәрә, бергә намаҙ уҡый. Мәсеттең буш тормауы ҙур ҡыуаныс, тип белдерә хәҙрәт.Изге йортҡа йөрөргә теләүселәр мотлаҡ учреждение хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Аҡъюл” мәсетенә, күбеһенсә, иртән, төшкө аш ваҡытында һәм кисен йөрөйҙәр. Ҡасандыр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында гонаһ ҡылыусылар ваҡытында изге юлға баҫыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай. Биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителеүсе Рәмзил Кәлимуллин иреккә сыҡҡас та, иманды ташламайым, ти. Тәүбәгә килеүселәр, ысынлап та, бихисап. Ә бит Әхмәт хәҙрәт Суфиянов та бынан ун йыл элек үҙе лә ошо уҡ колонияла ултырған. Төрмәлә ултырған ваҡытта мәсетте ул үҙ ҡулдары менән төҙөргә ярҙам итә. 43 йәшендә намаҙ уҡырға өйрәнә. Һөҙөмтәлә ошо уҡ изге йорттоң старостаһы булып хеҙмәт итә. 2004 йыл, ғөмүмән, Рәсәй тарихында иҫтәлекле ваҡиға булып һанала. Мосолман һәм суҡындырылғандар өсөн колонияла бер юлы ике изге йорт ҡалҡып сыға. “Аҡъюл” мәсетенән тыш, ошо уҡ урында сиркәүгә лә нигеҙ һалына. Бер йылдан һуң улар ишектәрен аса. Әле иһә мәсеткә утыҙ, ә сиркәүгә илле кеше йөрөй.Изге йорттоң төҙөлөүе хөкөм ителеүселәр өсөн ыңғай һөҙөмтәләр бирә, ти хәҙрәт. Иреккә сыҡҡас та, ул иманын ташламай. Ислам буйынса төрлө дәрестәргә йөрөй, үҙ көсө менән тыуып үҫкән Асҡын ауылында Әкбәр мәсетен төҙөй, имам-хатиб исемен ала. Хөкөм ителеүселәрҙе изге юлға баҫтырырға Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насыров ярҙам итә. Тура юлға баҫырға теләүе хөкөм ителеүселәр иреккә сығарылғас та, мәсеттә бер ай дауамында ғәҙәти тормошҡа күнегә. Улар өсөн ашау-эсеү һәм кейенеү мәсьәләләре ҡаралған.Колонияла изге йорттарҙың асылыуы үҙ емештәрен бирә, тип билдәләй мөфтөй. 28 йыл эсендә ярҙамға мохтаж булыусы хөкөм ителеүселәр дөрөҫ юлға баҫҡан. Әле Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан колонияла ла изге йорт эшләй. Өҫтәүенә Салауат ҡалаһындағы 2-се һәм 16-сы колонияларҙа мәсет төҙөлә башлаған. Киләһе йыл улар ҙа үҙ ишектәрен аса.