Башҡортостанда аварияға эләккән Венгрия консулының хәле ауыр килеш ҡала

Тулыраҡ: Башҡортостанда аварияға эләккән Венгрия консулының хәле ауыр килеш ҡала

Ене Фабиан Дыуан районында юл-транспорт фажиғәһенә эләгә. Ул идара иткән Вольво автомобиле Газ йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә Венгрияның Екатеринбург ҡалаһында урынллашған консуллығы хеҙмәткәре ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Табиптар зыян күреүсенең хәлен ауыр тип баһалай. Авария сәбәптәрен тикшереү дауам итә.