Өфөлә “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу талабы буйынса тәүге суд ултырышы үтте. Ҡуштау тирәләй сыҡҡан ыҙғыштан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияны тикшерергә ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә генераль прокуратура хосусилаштырыу барышында етешһеҙлектәр булыуын асыҡланы. Башҡортостан Арбитраж судында үткән был процесс киң йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәғлүмәт сараларының күп булыуы ғына ла быға асыҡ дәлил. Башҡорт Сода компанияһы акцияларына бәйле хәлде Владимир Путин шәхси күҙәтеүҙә тота. Тап Президент ҡушыуы буйынса сентябрь башында Генераль прокуратура компания активтарына арест һалғайны. Күләмле тикшереүҙәр башланыу менән хосусилаштырыуҙа бихисап етешһеҙлектәр асыҡланды. 2013 йылда Сода предприятиеһын рентабеллеге түбән Каустик менән берләштереү һөҙөмтәһендә республика ҡарамағындағы 62 процент акция 38 процентҡа тороп ҡала. Һөҙөмтәлә төбәк бюджеты ҙур юғалтыу кисерә. Ул мотлаҡ республикаға ҡайтарылырға тейеш тип белдергәйне Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡоттостан 34 миллиард һум зыян күләмен дә түләтеп алырға иҫәп тота. Процесс сиктәрендә тәүге тыңлауҙар һөҙөмтәһе көтөлгән ҡарар менән тамамланды. Суд акцияларҙы дәүләткә ҡайтарыу талабын ҡәнәғәтләндерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандағы иң ҡеүтле предприятиеларҙың береһе, Сода компанияһы тирәләй низағ август урталарында Ҡуштауҙа ҡаҙыу эштәре башланғас ҡатмарлашты. Йәмәғәтселек тәбиғәтте яҡлап сыҡты, Шиханға айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы бирелде.
“Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте
Тулыраҡ: “Сода” компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтарыу буйынса тәүге суд ултырышы үтте