Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә

Тулыраҡ: Балаларға пособие түләү өсөн Башҡортостанға аҡса бүленә

3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Төбәктәргә 8 миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Өҫтәмә финанслау кәрәклеге ата-әсәһе түләүгә хоҡуғы булған балаларҙың артыуы менән бәйле. Рәсәйҙә улар — 3 миллион 800 меңдән ашыу. 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ пособие Президент указы менән 2020 йылдың 1 ғинуарынан индерелде һәм 1 июндән түләнә башланы. Пособие түбән килемле ғаиләләгә бирелә. Уның күләме балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә. Был яҡынса 5 мең ярым һум самаһы. Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына барырға мөмкин.