Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Тулыраҡ: Рәсәйҙә үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Бер тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Ошондай шарттарҙа табиптар үтә лә уяу булырға, битлек кейергә, социаль дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Коронавирус менән ауырыусылар күбәйгән һайын, табиптарға ла көсөргәнеш арта. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы һәм районынан көнөнә 1 мең 700 саҡырыу ҡабул итә. Станцияла махсус эпидбригадалар ойошторолған. Улар коронавирус симптомы булған пациенттарҙың саҡырыуҙарына ебәрелә. Республика етәксеһе Радий Хабиров Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәгендә булып, эш һәм ял шарттары менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән яҡындан аралашты. Станцияның баш табибы Аяз Камалов белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәр ҙә, техника ла етерлек. Тик яңы ярҙамсы станциялар кәрәк. Бигерәк тә, был Затон биҫтәһенә ҡағыла.Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белгестәргә һөнәри оҫталығы һәм башҡарған ҙур эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Республикала артабан да медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тине ул. Был ярҙам бигерәк тә әле, коронивирус менән ауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә яҡынлашҡан мәлдә бик мөһим. Сөнки төбәктә һуңғы көндәрҙә ковид-19 вирусы менән зарарланыусылар йылдам арта, табиптар көнөнә уртаса 60-лап сирлене теркәй. Пневмония диагнозы ла йышыраҡ ҡуйыла башлаған. Һаулыҡ һаҡлау министры күрһәткестәрҙең ҡырҡа артыуын республикала тест яһатыу һаны күбәйеүе менән бәйләй. 23 лабораторияла көнөнә 8-9 мең тест тикшерелә. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле хәлде ғәҙәттән тыш тип баһаланы. Премьер-министр Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итеп ул ошондай шарттарҙа эште дөрөҫ ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ, һаулыҡ һаҡлау министрлығына койка фонды резервын һаҡларға, ә сир таралыуҙы сикләр өсөн күләмле сараларҙы 1 декабргә тиклем кисектереп торорға тәҡдим итте.Республикала битлек режимын үтәүҙе күҙәтеү буйынса рейдтар йышая, мәҙәни сараларҙа тамашалар залының тик 30 проценты ғына файҙаланыла, спорт ярыштары көйәрмәндәрһеҙ үтәсәк. Хеҙмәткәрҙәргә дистанцион эшкә күсеү, 65 йәштән өлкәндәргә үҙаллы изоляция тәҡдим ителә. Мәктәптәрҙә иһә көҙгө каникулдар бер аҙнаға иртәрәк башлана. Республиканың юғары һәм урта белем биреү йорттарында уҡыусыларҙы осраҡлы рәүештә һайлап алып коронавирусҡа тикшерергә планлаштыралар. Был анализдар артабан Роспотребнадзорҙың ғилми институттарына йүнәлтелә. Ковид-19 вирусына ҡаршы вакцинациялау яһау ҙа мотлаҡ булыуы ихтимал, әгәр ҙә ул прививкаларҙың милли календарына индерелһә, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. Әле иһә республикала вакцинаны клиник һынау дауам итә. Кисә Рәсәйҙә иң юғары күрһәткес теркәлгән — тәүлек эсендә генә ковид-19 вирусын 14 меңдән ашыу кеше йоҡторған. Дөйөм илде алғанда, пандемияның башынан был диагноз 1 миллион 326 мең пациентҡа ҡуйылған. 23 меңен табиптар ҡотҡарып алып ҡала алмаған. Коронавирусты ҡабаттан йоҡтороусылар теркәлеүе хәлдең ысынлап та ҡырҡыулығы тураһында һөйләй. Ошо көндәрҙә донъяла беренсе булып шундайҙарҙың береһе баҡыйлыҡҡа күскән. Заман афәтенә әйләнгән коронавирустан да ҡотолоу юлдары бар. Бының өсөн ни бары һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә кәрәк, ти белгестәр. Медицина битлектәрен кейеү, ҡулдарҙы йыш йыуыу һәм антисептиктар менән ҡулланыу, социаль дистанция һаҡлау – ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, һаулыҡ тураһында ваҡытында ҡайғыртып тороу етди һәм үлемесле ауырыуҙы иҫкәртергә ярҙам итә.