Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тулыраҡ: Әбейҙәр сыуағы тамамлана

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә күркәм. Быйылғы көҙ, айырыуса ҡояшлы булды. Әбейҙәр сыуағы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Әммә бөгөн һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,5 градусҡаса һыуытыр, тип көтөлә. 16 октябрҙән һуң урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ял көндәрендә республикаға һалҡын һауа фронты килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һауа температураһы көндөҙ +7, +13 градусҡа тиклем түбәнәйә.