Башҡортостан полицияһы әле 24 районда 40 ошондай осраҡты асыҡлаған. Улар буйынса 13 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә “Шыршы” операцияһы дауам итә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар юлдарҙа ылыҫлы ағас тейәгән автомобилдәрҙе тикшерә. Бынан тыш ҡала урамдарында шыршы нөктәләрендә документтарҙы ҡарайҙар. Законһыҙ ағас ҡырҡыусыларға штраф ҡаралған, физик шәхестәр өсөн ул 3 меңдән 5 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн 20 меңдән 50 меңгә тиклем, һәм юридик шәхестәр өсөн 200 меңдән 500 мең һумға тиклем барып етә.
Яңы йыл яҡынайған һайын байрамдың төп символы – шыршы урлаусылар һаны күбәйә
Тулыраҡ: Яңы йыл яҡынайған һайын байрамдың төп символы – шыршы урлаусылар һаны күбәйә