Рәсәйҙән программалар эшләүселәр Иван Каблуков һәм Алексей Останин юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар мобиль ҡушымта уйлап тапҡан. Уның ярҙамында смартфондағы навигаторҙы автомобилдең алғы тәҙрәһендә күрергә мөмкин. Шулай итеп, водитель иғтибарын тулыһынса юлда туплай ала.
Төркиә Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк. Был турала илдең сит ил эштәре министры Мәүлет Чавцшоглу белдергән. Ике аралаҙы көрсөктө хәл итеү өсөн беҙ бик күп көс һалабыҙ. Беҙҙең президент һәм премьер-министр Рәсәй самолетын бәреп төшөрөүгә ҡарата бер-нисә тапҡыр борсолоу белдерҙе. Рәсәй беҙҙең бик мөһим партнер тигән Төркиәнең сит ил эштәре министры.
Сәғүд Ғәрәбстанында хакимиәттәр илдә тыйылған амфетаминдың эре партияһын юҡ иткән. Ошо йөктө ташыған 11 кешенән 3 грамм героин, пулемент һәм пистолеттар тартып алынған. Сәғүд Ғәрәбстаны ҡанундары буйынса, уларҙы үлем язаһы көтә.
Таиландта цунами ҡорбандарын иҫкә алалар. Бынан 11 йыл элек Һинд диңгеҙендә ер тетерәү сәбәпле тулҡындар күтәрелеп бик күп отелдәрҙе юҡ итте. 220 мең кеше һәләк булды. Был яҡынса мәғлүмәттәр. Һәләк булыусыларҙың күпме икәне теүәл генә билдәле түгел. Фпжиғәлә Рәсәйҙән 10 кешенең ғүмере өҙөлдө.