Ошо уңайҙан бөгөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәрҙе. Парламент эшмәкәрлеген халыҡҡа аныҡ еткереүсе журналистар һәм автор коллективтарына Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай исеменән маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды. Үтеп барған йыл ваҡиғаларға бай булды, шулар араһында иң иҫтәлеклеләре, тип Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын тантана итеү менән Өфөлә ШОС һәм БРИКС форумдарын ойоштороуҙы билдәләр инем, тине Башҡортостан парламенты спикеры. Дәүләт Йыйылышы ваҡиғаларҙан ситтә ҡалманы, Ҡоролтайҙың үҙ сиктәрендә иһә 2015-се йылда республика һөнәри парламентының 20 йыллыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Ике тиҫтә йыл арауығында төбәктә ҡеүәтле закондар сығарыу системаһы булдырылды, урындағы закондар федераль хоҡуҡ һаҡлау системаһы менән тап килә. Шуныһы мөһим, закондар сығарыу эшмәкәрлеге йәмғиәттәге бар үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып өлгөрә.
Башҡортостан парламенты 2015-се йылдағы эшенә йомғаҡ яһай
Тулыраҡ: Башҡортостан парламенты 2015-се йылдағы эшенә йомғаҡ яһай