Республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренең 40-лаған милли-мәҙәни ойошмаһы теркәлгән. Ултырышта ошо ойошмаларҙың етәкселәре, төрлө дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашты.Тулыраҡ мәғлүмәтте Сәлимә Исламова еткерә.Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы республикала йәшәгән милләт вәкилдәренең 42 милли-мәҙәни йәмғиәтен берләштерә. Халыҡтар берҙәмлеге, телдәр, диндәр диалогы республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең дөйөм эше тип белдерҙе Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина. Ултырышта башҡарылған эштәргә байҡау яһау менән бер рәттән 2016 йылға пландар ҡаралды. Тажик милли-мәҙәни үҙәге йылдың сағыу, милли байрамдарға бай килеүен белдерһә, ҡаҙаҡтарҙың Башҡортостандағы мәҙәни ойошмаһы 2 йыл ғына эшләп килә. Республикала 4, 500 ҡаҙаҡ халҡы йәшәй. 2-се, 3-сө быуын ҡаҙаҡтар Мәләүеҙ районының Варварино ауылында төпләнгән, ә ҡалғандары башлыса Ҡаҙағстан студенттары.Ассамблеяның апрель айында үткән 3-сө съезынан һуң эштәр алға китте тине Башҡортостан урыҫтары соборы етәксеһе Виктор Пчелинцев. Быйылғы социаль-иҡтисади яҡтан еңел булмаған осорҙа халыҡтар берҙәмлеге илебеҙгә таяныс өҫтәргә тейеш тиелде Ассамблея ултырышында.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы йыл йомғаҡтарын барланы
Тулыраҡ: Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы йыл йомғаҡтарын барланы