Тантанала Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы яңы йылды ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Бында юғары технологиялы медицина балалар һаулығы һағында тора. Йыл һайын 15 меңдән ашыу кеше стационар дауалау ала, 3 меңдән ашыу операция яһала. Яңы йыл алдынан дауаханала ҙур уңыштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. Быйыл медицина учреждениеһына Дәүләт Думаһының маҡтау грамотаһы ла тапшырылды.
Республиканың 17-се балалар дауаханаһында үтеп барған йылға йомғаҡ яһанылар
Тулыраҡ: Республиканың 17-се балалар дауаханаһында үтеп барған йылға йомғаҡ яһанылар