Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, “Русфонд” менән берлектә изгелек марафонын дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, “Русфонд” менән берлектә изгелек марафонын дауам итә

Йыл башынан проект сиктәрендә 36 бала 7 миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Өфө ҡалаһында йәшәүсе һигеҙ айлыҡ Карина Саяпова ла шулар рәтендә.Һигеҙ айлыҡ Карина үрмәләргә өйрәнә. Әммә ауырыуы арҡаһында уның хәле тиҙ бөтә. Яҡты донъяға килгән ваҡытта ҡыҙҙың һул яурыны имгәнгән, ул бөтөнләй тиерлек хәрәкәтләнмәй. Дауахана — һигеҙ айлыҡ сабыйҙың икенсе тыуған йортона әйләнгән. Тәүге көндәренән алып уға даими магнитотерапия, парафин, массаж эшләп торалар. Был процедуралар Каринаның ҡулы бөтөнләйгә хәрәкәтсәнлеген юғалтмаһын өсөн кәрәк. Әлегә уның ҡул суғы һәм бармаҡтары ғына эшләй, терһәге бөкләнмәй. Хатта уйынсыҡтар менән әсәһе ярамында ғына уйнай ала. Каринаға ашығыс ярҙам кәрәк. Операцияны Ярославль клиникаһы табиптары эшләргә ризалыҡ белдергән.Тик бындай операциялар квота ярҙамында яһалмай. Уның өсөн талап ителгән 620 мең һумды түләргә Саяповтарҙың мөмкинселеге юҡ. Әсәһе Ирина сабыйҙы ҡарай, атаһы автослесарь. Аҡса табырға бөтә көстәрен һалһалар ҙа – һөҙөмтәһеҙ. Сабыйға һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн 5542 һанына ДЕТИ һүҙен менән смс-хәбәр ебәреп, аҡса күсереүегеҙҙе раҫлау ҙа етә. Хаҡы — 75 һум. Йәшәргә ынтылып, тормошҡа теше-тырнағы менән йәбешеп ятҡан ҡыҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Изгелекле һәм мәрхәмәтле булайыҡ. Бер-нисә смс-хәбәр ебәреп тә, беҙ сабыйҙың ғүмерен ҡотҡара алабыҙ.