Өфөнән 4 кеше 15 йыл ғүмерен колонияла үткәрәсәк

Тулыраҡ: Өфөнән 4 кеше 15 йыл ғүмерен колонияла үткәрәсәк

Улар енәйәтсел төркөм ойоштороуҙа һәм дизель яғыулығы урлауҙа ғәйепле тип табылды.2014-се йылда Орджоникидзе районында дүрт ир нефть үткәресте тишеп унан 53 тонна дизель яғыулығын урлай. Күрелгән зыян 1 миллион 500 мең һумға етә. Енәйәтселәр ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Суд төркөм башлығын 5 йыл ярымға иркенән мәхрүм иткән һәм 200 мең һум штраф һалған. Башҡалары 2 йыл ярымдан 4 йылға тиклем колонияла ултырасаҡ һәм 60 мең һумдан 200 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.