Республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай, йөклө ҡатындар дистанцион эшкә күсерелә, корпоративтарҙы үткәреү тыйыла. Уҙған аҙна республика өсөн үтә лә ҡатмарлы булды. Артабан да коронавирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы Радий Хәбиров. Аауырыусыларҙың һаны юғары нөктәһенә яҡынлашҡан мәлдә был бик мөһим. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә тәүлек эсендә ковид-19 вирусы менән зарарланыуҙың 70-кә яҡын осрағы теркәлгән. Стационарҙа 125 кеше дауалана, уларҙың 120-һе уртаса һәм ауыр хәлдә. Был аҙна башынан Башҡорт дәүләт медицина универиситеты студенттары табиптарға ярҙамға поликлиникаларға эшкә ебәрелә. Шулай уҡ, республика предприятиеларында медицина инспекторҙары эш башлай. Сөнки мәктәптәрҙә уларҙың эштәре һөҙөмтәле булды, уҡытыусылар күпләп ауырыманы, тине төбәк етәксеһе. Медицина инспекторҙары өсөн Башҡорт дәүләт медицина универиситеты махсус курстар ойоштора, шулай уҡ, колл-үҙәк тә эшләйәсәк. Предприятеларҙа санитар нормаларҙы көсәйтеүҙән тыш, йөклө ҡатындарҙы дистанцион эшкә күсерергә тәҡдим ителде. Яңы йыл алдынан коллективтарға корпоративтарҙы үткәреү ҙә тыйыла. Предприятеларҙа, йәмәғәт траспортында аҙна башынан битлек режимы буйынса рейдтар йәнә тергеҙелә. Медицина учреждениеларындағы ҙур сираттарҙы юҡ итергә, компьютер томографияһын ҡайһы осраҡта үтергә кәрәклеген халыҡҡа аңлатырға кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш оператив кәңәшмәнең төп темаһы булһа ла, башҡа темаларға ла иғтибар бирелде. Рәсәйҙең оборона министры бойороғо менән Башҡортостандың хәрби комиссары итеп Михаил Блажевич тәғәйенләнгән. Ул бөтә ғүмерен ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүгә бағышланы, үҙ эшенең оҫтаһын яңы вазифа менән тәбрикләйем, тине республика башлығы. Шулай уҡ, Радий Хәбиров юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап үтте. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге урындарҙы биләй, шуға был тармаҡта эшләүселәр ҙә бик күп. Һыуыҡта ла, ямғырҙа ла, ал-ял белмәй эшләгән юл хеҙмәтсәндәренә беҙҙең тормошто яҡшыраҡ иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе төбәк еткәсеһе. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә иғтибар үҙәгендә. Республикала 4 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 25 процентҡа юғары.Тағы ла бер яңылыҡ – төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостанда Ҡала төҙөлөшө советы барлыҡҡа киләсәк. Уның маҡсаты — күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы төҙөгәндә республика һәм муниципаль властарҙың тығыҙ хеҙмәттәшлеген булдырыу. Бынан ары яңы совет рөхсәт бирмәйенсә, бер төҙөлөш тә башланмаясаҡ, тине Радий Хәбиров. Кәңәшмә һуңында, төбәк башлығы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә бөтә көстәрҙе кеше ғүмерен ҡотҡарыуға йүнәлтергә һәм яуаплыраҡ булырға саҡырҙы. Әйткәндәй, пандемия сәбәпле йыйылыштар артабан онлайн режимда уҙғарыла.
Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана
Тулыраҡ: Коронавирус таралыу сәбәпле Башҡортостанда хәлдәр ҡатмарлана