Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән. Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Ошо көндәрҙә транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, республиканың пассажирҙарҙы йөрөтөүҙе ойоштороу үҙәге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәмәғәт тарнспортында именлек сараларының үтәлешен тикшерҙе.Халыҡ күпләп йыйылған урында һәм йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеү, социаль дистанция — коронавирустан һаҡланыуҙың һөҙөмтәле ысулы булып ҡала. Инфекцияның һуңғы ваҡыт күпләп таралыуы сәбәпле, республика юғары әҙерлек режимына күсте. Эпидемиялогик хәлдең киҫкен тороуын аңлап, транспортта битлек кейгән граждандар һаны арта. Бигерәк тә ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндереүсе водителдәр һәр пассажирҙан битлектә булыуын һорай. Режим менән килешмәүселәр ҙә юҡ түгел. Битлек кеймәгән водитель йә пассажир булһынмы, тәүге тапҡыр киҫәтеү менән генә сикләнһә, икенсегә уның исем-шәрифтәре теркәлгән осраҡта штраф түләргә тура киләсәк. Пандемия башланғандан 120-гә яҡын ошондай сара үткәрелгән. 130 протокол төҙөлгән. Битлектәр онотолған йә мотлаҡ яңыртырға кәрәк булған осраҡта уларҙы туҡталышта уҡ һатып алыу мөмкинлеге булырға тейеш. Өфө ҡала хакимиәтендә ошондай фекер яңғырағайны. Ҡасан тормошҡа ашырылыр әлегә билдәһеҙ.
Битлек режимы һаҡланамы?
Тулыраҡ: Битлек режимы һаҡланамы?