Ер урынына — 250 мең һум

Тулыраҡ: Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ алыу өсөн кәрәкле бөтә документтар күрһәтелгән. Уны фатир, бүлмә, шәхси йорт һатып алыу өсөн иғәнә итеп тотонорға ярай. Шулай уҡ йорт һалырға, ипотеканы түләргә, ер һатып алырға мөмкин. Күсемһеҙ милек Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.