“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне булманы. Иркен, таҙа, хәүефһеҙ. Рәмзиә Ишмырҙина Нижневартовск ҡалаһында йәшәй. Ул Өфөгә ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә килгән. Йорт ҡаршыһында ғына шәп, заманса балалар майҙансығы булыуға ҡыуанып бөтә алмай. Өс йәшлек Асҡар менән дүрт айлыҡ Аринаны көнөнә ике тапҡыр саф һауа һуларға алып сығам, ти ханым. “Башҡорт ихаталары” программаһында ярашлы, резина япмалы балалар майҙансыҡтары, йәшелләндереү, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары, мәғлүмәт стенды, тышҡы яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу ҡаралған. Шулай ҙа Өфөнөң ҡайһы бер райондарында эштәрен тапшырып өлгөрмәүсе ойошмалар ҙа бар.Минһажев урамындағы йорттар араһында урынлашҡан был майҙанды ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ваҡытында тапшырып өлгөрмәгәндәр. Көнө буйына барған ығы-зығы, тауыш балаларҙан бигерәк, өлкәндәрҙә ризаһыҙлыҡ уята. Өфөнөң Совет районы хакимиәте белгестәре был йорттарҙа йәшәүселәр һуңлап булһа ла бар яҡлап та йыһаздандырылған ихатаға эйә буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Әле эшкә яңы төҙөлөш ойошмаһы йәлеп ителгән. 2019 йыл эсендә Өфөлә генә 100-гә яҡын ихата биләмәһе төҙөкләндерелеп өлгөргән. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, эш туҡтамаясаҡ, тиҙәр Өфө ҡалаһы хакимәтенән.„Башҡорт ихаталары„ программаһы алты йылға, 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ихаталарын программаға индерергә теләгәүселәргә дөйөм йыйылышта килешеп, ғаризаны муниципаль берәмек хакимиәтенә тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Иркен, таҙа, хәүефһеҙ
Тулыраҡ: Иркен, таҙа, хәүефһеҙ