Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында әлегә 6 муниципалитет эштәрҙе тамамламаған. Кәңәшмәлә территориаль заказ аҡсаларын үҙләштереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Уның сиктәрендә бюджет-ара трансферттар күләме 11 миллиард һумдан ашыу. Андрей Назаров был йәһәттән артта ҡалыусы райондарҙың етәкселәре менән һөйләште һәм аҙна аҙағына тиклем эштәрҙе тотҡарлаған подрядсылар менән етди һөйләшергә саҡырҙы.
Етәкселәр менән етди һөйләш
Тулыраҡ: Етәкселәр менән етди һөйләш