Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Тулыраҡ: Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8 градус йылы.