Республикала суррогат менән ағыуланыу осраҡтары арта

Тулыраҡ: Республикала суррогат менән ағыуланыу осраҡтары арта

Йыл башынан 1 меңдән ашыу кеше иҫерткес матдәләр менән зарарланып табипҡа мөрәжәғәт иткән, егерме кешенең ғүмере өҙөлгән. Статистиканан күренеүенсә, хәмерҙән ағыуланыусыларҙың күптәре — ир уртаһына етеүселәр. Белгестәр арзан хаҡҡа алкоголь һатып алмаҫҡа, ә Яңы йыл байрамы алдынан, бындай аҙым эшләүҙән бөтөнләй тыйылырға кәңәш итә.