Ислам дәүләте террор ойошмаһы һуғышсылары Төркиәлә күнекмәләр үткән. Был турала Анкараның Спутник агентлығына ҡулға алынған төркөмсә ағзаһы һөйләгән.
Ғыйраҡ армияһы Эр рамади ҡалаһы үҙәгендә хөкүмәт комплексын контролгә алды. Быға тиклем ул Ислам дәүләте ҡарамағында ине. Ғыйраҡтың Эр-рамади ҡалаһын таҙартыу буйынса именлек көстәре операцияһы 22 декабрҙән дауам итә.
Испанияла урмандар яна. Бер-нисә мең гектарҙа урман янып көлгә әйләнгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә йөҙләгән янғын һүндереүсе йәлеп ителгән. Испания өсөн ҡышҡы янғындар һирәк осрай торған күренеш.
Бөйөк Британияла яңы йыл байрамы кәйефе юҡ. Илдең көньяғы һыу аҫтында ҡалды. Урам буйында машиналар йөҙөп йөрөй, йорттарҙы ҡыйыҡтан тиерлек һыу баҫҡан.