Йәшәү менән үлем араһында ҡалған балалар

Тулыраҡ: Йәшәү менән үлем араһында ҡалған балалар

Республика балалар клиник дауаханаһының диализ бүлегендә 12 бала даими рәүештә “яһалма бөйөр” аппаратында ҡан таҙартып торорға мәжбүр. Унда дауаланыусыларҙы төбәктең йәмәғәт эшмәкәрҙәре Яңы йыл менән ҡотланы. Ҡаты ауырыуҙары арҡаһында башҡа балаларға ҡарағанда иртә ҙурайған, көслө рухлы егет-ҡыҙҙар ҙа Яңы йылда мөғжизә көтә. Булат 10 йәшенән ҡаты ауырып, төрлө операциялар үткәрә. Һуңында малайҙың бөйөрө ҡаҡшаған. Гемодиализды бер тапҡыр ғына ҡалдырыу ҙа аяныслы хәлдәргә килтереүе ихтимал. Яһалма бөйөр ҡоролмаһы ҡанды сит матдәләрҙән таҙарта. Ауырыуҙарға ҙур арауыҡтар үтеп, йәшәү өсөн көрәшергә тура килә. Булат үҙе Әлшәй районынан көн аралаш Өфөгә дауаханаға килеп йөрөй. Булат кеүек Башҡортостандың төрлө тарафтарынан килгән тиҫтәнән ашыу егет-ҡыҙҙар Республика балалар клиник дауаханаһының диализ бүлегендә дауалана. Ул төбәктә балалар өсөн тәғәйенләнгән берҙән-бер үҙәк. Бында дауаланыусы һәр пациентты исемләп беләләр. Бөйөрөн күсереп ултыртыуҙарын ете йыл көткән һәм быға тиклем фәҡәт гемодиализ ярҙамында йәшәгән Юрий Кандалов балаларҙың хәлен яҡшы аңлай. “Нефро-лига” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлеге етәксеһе йылдағыса яңы йыл менән ҡотлап бүләктәр тарата. Уның теләктәре лә изге. Бүлектә тыуғандан алып дауаланған сабыйҙар ҙа бар. Ике йәшлек Алиса Вәхитова өс айҙа беренсе тапҡыр диализ үткәргән. Хәҙер инде ҡан таҙартыу процедураһына күнегеп тә бөттө, ти ҡыҙҙың әсәһе. 31 декабрҙә лә был балалар һыу һәм һауалай кәрәк процедураға киләсәк. Әммә Яңы йылды тыуған йортонда яҡындары эргәһендә үткәрергә һәр кем өмөтләнә. Йәшәү менән үлем араһында ҡалған балаларҙың үҙенә генә тап килгән доноры табылыуына ла өмөтө ҙур. Республикала 900-гә яҡын кеше бөйөр ауырыуы менән яфалана. Шул иҫәптән, 12 бала “яһалма бөйөр” аппаратында даими рәүештә ҡан таҙартып торорға мәжбүр. Ярты ғүмерен дауаханала үткәргән егет-ҡыҙҙар бигерәк тә Яңы йылды көтөп ала. Сөнки улар ышана – мөғжизәле байрамда теләктәр тормошҡа аша.