Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты студенттарын табиптарға ярҙамға поликлиникаларға эшкә ебәрергә ҡарар ителде. Предприятиеларҙа медицина инспекторҙары ла эш башлай. Улар өсөн Башҡорт дәүләт медицина универиситеты махсус курстар ойоштора, шулай уҡ, колл-үҙәк тә эшләйәсәк. Предприятеларҙа санитар нормаларҙы көсәйтеүҙән тыш, йөклө ҡатындарҙы дистанцион эшкә күсерергә тәҡдим ителде. Яңы йыл алдынан коллективтарға корпоративтарҙы үткәреү ҙә тыйыла. Предприятеларҙа, йәмәғәт траспортында аҙна башынан битлек режимы буйынса рейдтар тергеҙелә.
Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә
Тулыраҡ: Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә