Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә ашығыс ҡына барып етергә кәрәк. Бер бригада тәүлегенә 20-нән ашыу пациентҡа ашығыс медицина ярҙамын күрһәтә, һәр береһенә регламент буйынса юл менән бергә иҫәпләгәндә 40 минут, ҡайһы осраҡтарҙа күберәк ваҡыт та талап ителә. Ял көндәрендә иһә ашығыс ярҙам подстанцияһына шылтыратыуҙар икеләтә арта. Һәр кеше үҙ хәлен кисектергеһеҙ, тип иҫәпләй. Эш, өй, шулай уҡ магазинға аҙыҡ-түлек артынан барыу... Табиптар өҫтәмә рәүештә төрлө урындарға йөрөүҙө кисектерергә тәҡдим итә. Санитар нормаларҙы ҡәтғиләштереү һәм үтәү хаҡында республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә иң беренсе мәсъәләлрҙең береһе булып ҡарала. Радий Хәбиров республика дәүләт учреждениеларында битлек режимын, социаль дистанцияны һәм гигиенаны теүәл үтәүҙе талап итте. Байтаҡ компаниялар дистанцион эшкә күсә. Офистар буш, әммә эш дауам итә. Андрей Мороз менеджер булып эшләй һәм өйҙән эшләү күпкә уңайлыраҡ булып сыҡты, ти ул. Белгес үҙ эше буйынса күберәк яңы клиенттар тапҡан. Рәсәй Башҡортостан телеканалы ла ике төркөмгә бүленеп эшләй. Төркөмдәргә бүленгән хеҙмәткәрҙәр үҙ ара күрешмәй. Шулай уҡ тапшырыуҙарҙың да үҙенсәлектәре бар. Студияла алып барыусы ҡунаҡтар менән интернет йәиһә телефон аша аралаша. Битлек режимын шулай уҡ йәмәғәт транспорттарында ла ҡәтғи үтәү талап ителә. Тәртип боҙоусылар 1 меңдән 200 меңгә тиклем штраф түләргә тейеш буласаҡ. Водитель битлек кеймәгән пассажирҙы автобусҡа ултыртмаҫҡа хоҡуҡлы.
Киҙеү миҙгеле менән короновирус
Тулыраҡ: Киҙеү миҙгеле менән короновирус