Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының пьесаларына ҡуйылған спектаклдәрендәге геройҙарҙың яҙмышынан тетрәнде, уларға оҡшарға тырышты. Республикала Мостай Кәримдең ижадына арналған флешмобтар, әҙәби дәрестәр, һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Баш ҡаланың 39-сы гимназияһы уҡыусылары каникулдарының бер көнөн башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мостафа Сафа улы Кәримовтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә арнаны. Тура бәйләнештә барған хәтер дәресенә һәр кеме әҙерләнгән. Уның биографияһынан факттар, әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.Мостафа Сафа улының ейәне Тимербулат Кәримов ошо гимназияла уҡый һәм һәм уны алтын миҙалға тамамлай. Шуға күрә лә гимназия уҡыусыларының туғандары даны музейы түрендә Мостай Кәрим менән бәйле экспонаттарға айырым урын бирелгән.Айгөл Фәнил ҡыҙы гимназияны 3 йыл етәкләй. Ә уҡытыусы булып эшләгән осоронда уға әҙип менән осрашыу бәхете лә тейгән.Гимназистар әҙипте фронтовик шағир булараҡ та яҡшы белә. Музей стенаһында уның снаряд ярсығы тишкән комсомол билетының фотоһы һаҡлана. Ә Профсоюздар йорто алдындағы был һәйкәл бик күп хәтирәләрҙе һаҡлай. Йыл һайын әҙиптең тыуған көнөндә уны иҫкә алып, һәйкәле янына халыҡ йыйыла. Ямғыр ҙа инде нисә йыл рәттән 20 октябрь көнөндә йолаһына тоғро ҡала.Әҙәбиәттә лә, йәмғиәт тормошонда ла ихтирам яулаған бөйөк шәхестең быйыл да аяғы аҫтына ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр һалдылар. Халыҡ шағирын ҙурлап, уның әҫәрҙәренә фильмдар төшөргән режиссерҙар ҙа бар улар араһында. “Өс таған” фильмын тамашасылар күптән көтә. Ә бына “Һеңлекәш” кинотаҫмаһын ҡабат-ҡабат ҡараусылар бар. Уның режиссеры Александр Галибин үҙе үк тантанаға килеп еткән. Мостай Кәримдең тыуған көнөндә уның әҫәрҙәрендәге персонаждар ҙа, гүйә, терелгән тиерһең. Миллионлаған кешеләрҙең күңелен яулаған “Һеңлекәш” фильмы актерҙары ла әҙипте ҡотларға килде. Ә кискеһен Башҡортостан 24 каналында барлыҡ тамашасылар рәхәтләнеп был фильмды йәнә ҡараны.