Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Тулыраҡ: Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән уҡыу-методик ҡулланма авторы. Мөхтәр Әхтәмовтың «Хәҙерге башҡорт теле», «Хәҙерге башҡорт теле: лексикология, фразеология, лексикография» тигән китаптарында хәҙерге башҡорт телендә аҙ өйрәнелгән лексик-һүҙьяһалыш процестары тикшерелде. Башҡорт теленең омонимдар, антонимдар, морфемалар, грамматика, кире һүҙлеге, башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге авторы; «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге»н төҙөүселәрҙең береһе.