Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Тулыраҡ: Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә. Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре 2019 йылдың сентябрь айында башланған. Программа буйынса юл киңәйтелергә, яңы асфальт һалынып, машиналар үтеү өсөн иркен урын булдырылырға тейеш. Валерий Лесунов урамындағы ремонт эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Бер айҙан был урам бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ, тип белдерҙе юл эшселәре. Бында ысынлап та, эш ҡайнай тип әйтергә мөмкин. Велосипедта йөрөүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн тротуар эшләнелә. Уның киңлеге алты метр тәшкил итә.Был урамда урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙа йәш ғаиләләр һаны бихисап. Күптәр, бигерәк тә, тротуарҙың киңәйтелеүенә ҡыуана. Киләсәктә балалар менән коляскала саф һауала йөрөүе уңайлы буласаҡ, ти улар.Юл-ремонтлау эштәре тамамланғас та, урам төҙөкләндерелә башланасаҡ.Юлдар төҙөү һәм ремонтлау, юл билдәләрен яңыртыу — «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының төп маҡсаты булып һанала. Быйыл баш ҡалала был проект буйынса 22 участка ремонтланған. Быйыл "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" проектына ярашлы Башҡортостанда 300 километрҙан ашыу юлды тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Еңеү урамдары» проекты ла эшләп килә. Йәғни исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелә. Өфөлә Ветошников һәм Новоженов урамдары ошо проект сиктәрендә ремонтланған.