Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп ингән һәр кемде хәҙер ағас түгел, ә тимер ишектәр ҡаршылай. Һәр ҡатта яҡты һәм таҙа.Ә күрше йорттағы подъезд тәҙрәләрен алыштырырға тура килгән.Подрядсы ойошма үҙенең эшенә 5 йыллыҡ гарантия бирә. Уларҙың эшен төбәк операторы ҡабул итә һәм ремонтҡа ҡарата фатир хужаларының мөрәжәғәттәрен көйләүҙә лә ҡатнаша. Ә һорауҙар күп.Төбәк операторы белгестәре фатир хужаларын һаҡсыл булырға һәм подрядсы ойошманың эшен ҡабул итеүҙә әүҙемлек күрһәтергә саҡыра. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн төбәк ҡаҙнаһынан бөтә сумманың 90 проценты бүленә, ҡалған 10 процент сығымдар муниципалитеттар иңенә төшә.Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы 2024 йылға тиклем тәғәйенләнгән. Быйыл республика буйынса 3382 подъезды төҙөкләндереү ҡаралған булһа, карантин арҡаһында шуларҙың 1197-һе киләһе йылға күсерелде.
Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде
Тулыраҡ: Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде