Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән яңы ковид-госпиталь төҙөлөшөн тикшерҙе. Уны Стәрлетамаҡта 15 декабргә файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Республика етәксеһе медицина учреждениеһын төҙөгән саҡта Зубов ауылындағы инфекция үҙәген төҙөү тәжрибәһе иҫәпкә алынасаҡ, тине. Яңы госпиталдә ҡабул итеү-диагностика һәм операция бүлексәләре, акушер-гинекология блогы, бактерология лабораторияһы, 40 урынлыҡ ятаҡ буласаҡ. Михаил Мурашко республиканың ковид-госпиталь төҙөү башланғысын хупланы. Республика етәксеһе уны учреждениены асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы.
Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша
Тулыраҡ: Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша