Башҡортостан Сколков фән һәм технологиялар институты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостан Сколков фән һәм технологиялар институты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Был хаҡта рәсми килешеүгә Республика башлығы Радий Хәбиров менән юғары уҡыу йортоноң ректоры Александр Кулешов ҡул ҡуйҙы. Яҡтар шулай уҡ Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә донъя кимәлендәге Евразия ғилми үҙәгенең университеттар һәм фәнни ойошмалар консорциумын төҙөргә килеште. Сколтех илдә донъя күләмендә танылған юғары белем биреү йорто булараҡ ғәмәли фән менән сәнәғәттең хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итә. Башҡортостан иһә институтты уҡыу һәм тикшеренеү үҙәге өсөн мөһим ғилем һәм етештереү майҙаны булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Төбәк менән хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле мөмкинлектәр аса. Сколтех менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми үҙәген ойоштороу йәһәтенән мөһим аҙым. Бынан тыш, киләсәктә республика халыҡ-ара кимәлдә танылған йәш, абруйлы белем биреү йортоноң фәнни ҡаҙаныштарын белем биреү генә түгел, бизнес өлкәһендә лә файҙалана аласаҡ.