Өфөнөң көньяғында Ағиҙел йылғаһы аша өсөнсө күперҙең яртыһы әҙер

Тулыраҡ: Өфөнөң көньяғында Ағиҙел йылғаһы аша өсөнсө күперҙең яртыһы әҙер

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы объекттағы эштәрҙе киләһе йылдың аҙағына тамамларға планлаштыралар. Берәр кирбестән йорт төҙөлгән кеүек, күпер ҙә киҫәк-киҫәк тимерҙән йыйыла. Металл конструкциялар бергә тоташтырылып, киңәйтелә, ошо рәүешле күперҙең тороҡтары ҡорола. Эштәр тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыла, шуға төҙөлөш өҙөклөкһөҙ дауам итә. Ысынлап та, проект Өфө генә түгел, бөтә Рәсәй өсөн үҙенсәлекле. Ике күпер араһында өсөнсөһөн төҙөү — беренсе эш тәжрибәһе. Әлеге мәлдә күперҙең 200 метрлыҡ нигеҙе йыйылған, уны махсус ҡорома ярҙамында һул яҡ ярҙан йылғаға табан күсереп баралар. Ай аҙағына бөтә терәүҙәр ҙә әҙер булырға тейеш. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә һалынған күперҙең оҙонлоғо 700 метр тирәһе буласаҡ. Башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары төҙөлөш барышын ҙур ҡыҙыһыныу менән күҙәтә һәм уның сафҡа инеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Өфөнөң көньяҡ йүнәлешендәге сығыу юлы аша тәүлегенә 120 меңдән ашыу автомобиль үтә. Өҫтәмә күпер төҙөлгәс, дөйөм алғанда 10 һыҙатлы хәрәкәт булдырыласаҡ. Был иһә киләсәктә машина ағымын ике-өс тапҡырға кәметеп, төбәктәге транспорт системаһын яҡшыртасаҡ.Яңы күперҙәге эштәрҙе 2021 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана. Объект сафҡа индерелгәс тә, иҫкеһен төҙөкләндереү ҡаралған. Әйткәндәй, Өфөнөң символына әйләнгән арканы һаҡлап ҡалырға планлаштыралар.