Башҡортостанда айырым ҡатлам граждандар өсөн тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап хроник сирле өлкән йәштәгеләр һаулығы өсөн борсолоуы тураһында белдерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта бар яҡлап улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кәрәк тине Радий Хәбиров. Башҡортостандың коронавирус шарттарында ҡабул ителгән ҡағиҙәләр буйынса ноябрь һәм декабрҙә лә йәшәүе ихтимал. Пандемия сигенмәй, уның ҡорбандары ла артҡандан-арта. Яңы тәртипкә ярашлы, ауыр сире булған өлкән йәштәгеләр үҙ йорттарында ҡалырға тейеш. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был ҡәтғи талапты ғәмәлгә ашырыу өсөн йән бер аҙна кәрәк. Башҡортостан клиникаларында иһә бөгөнгә КОВИД 19 вирусы һәм пневмония менән сирләүселәр өсөн 4 мең 680 урын ҡаралһа, әле койка фондының 32 проценты ғына буш тора. Дауаханаларҙа 3 мең 800 пациент айырым дауалау курсы уҙа. Республика ординатурала уҡыған буласаҡ табиптарға өмөт итә. Улар һөнәрҙәштәренә ярҙам итергә тейеш. Тағы ла бер юл. Ойошмаларҙа медицина инспекторҙары вазифаһын булдырыу. Тап ошондай аҙым коронавирсуты иҫкәртеүгә мөмкинлеген бирә. Әле меңдәрсә инспектор айырым курстар үтеп, тейешле бурыстарын атҡара башлаған. Республика коронавирусҡа ҡаршы ғына көрәшмәй. Төбәктең көндәлек тормошонда башҡа мәсьәләләр юҡ түгел. Торлаҡ-коммуналь өлкәлә фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн ашығыс саралар ҙа кәрәк. Мәҫәлән, Бөрөлә, тәбиғи газ системаһындағы етешһеҙек арҡаһында, күп ҡатлы йортта йәшәүселәр эвакуацияланды. Радий Хәбиров етәкселегендәге кәңәшмәлә тармаҡтың ҡыш миҙгеленә әҙерлегенә айырым иғтибар бирелде. Асыҡланыуынса, айырым райондарҙың капиталь йылытыуға күсеү тураһында документтары булмай сыҡҡан. Тағы ла бер етешһеҙлек – “Башҡорт ихаталары” программаһын үтәүҙә тейешле күләмгә етмәү. Республика башлығы юл-транспорт ваҡиғалары һәм уларҙа яраланыусылар, һәләк булыусылар һанының артыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Башҡортостандың юл транспорт министрлығының эше ҡәнәғәтләнерлек түгел, тине ул. Авариялар менән бергә янғындар. Башҡортостан уҙған аҙнала ғына ошо арҡала йәнә туғыҙ кешеһен юғалтты. Иң ҙур фажиғәләрҙең береһе – Өфө янындағы Лебяжий ҡасабаһындағы бәлә. Утта тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлдө. Теге йәки был районда сыҡҡан утта күп осраҡта иҫерек килеш тәмәке тартыу төп сәбәп булып тора. Һәләк булғандар араһында суррогат араҡы эскәндәр ҙә юҡ түгел. Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө һәм башҡа ҡалаларҙа йәшерен шарттарҙа шарап-һыра ҡойған цехтар ҙа юҡ түгел. Был турала республиканың эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы бүлегенән хәбәр итәләр. Башҡортостанда бөгөнгә леагль булмаған алкоголь баҙарына ҡаршы көрәш өсөн саралар күрелмәй түгел, күрелә. Әммә һөҙөмтәләрҙе юғары тип әйтеп булмай. Башҡортостан башлығы иһә хәҙер араҡы-шарапты законһыҙ һатыусыларға ҡаршы көрәштең бөтә алымдарын тәҡдим итә. Сиргә ҡаршы көрәштә аяу һәм оят булырға тейеш түгел. Республиканың төҙөлөш тармағында хәлдәр башҡаса. Был өлкә һөҙөмәләре уңыштары Рәсәй кимәлендә бишенсе урын менән баһаланған. Радий Хәбиров шулай уҡ “ҡала төҙөлөшө советы” органы эшен тиҙләтергә ҡуша. Башҡортостан әле пандемия шарттарында йәшәүен дауам итә. Коронавирустың эҙемтәһеҙ үтмәгәне көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа. Был һынауҙы республика еңеренә ышансы ҙур.
Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал
Тулыраҡ: Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал