Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла

Тулыраҡ: Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде Республика башлығы Радий Хәбиров та хупланы. Әлегә диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе 16 ноябргә тиклем туҡтатыу планлаштырыла.