Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға

Тулыраҡ: Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға

Өфөлә дәүләт органдары автопаркынан медицина учреждениеларына ярҙамға ваҡытлыса автомобилдәр йүнәлтелгән. Бынан алда министрҙарҙы йөрөтөүсе водительдәр хәҙер табиптарҙы сирлеләрҙең өйөнә алып бара. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре үҙгәрештәр кисерҙеме? Телефон бер минутҡа ла тынмай. Пандемия ваҡытында, күптәр шулай уҡ киҫкен вируслы репиратор инфекцияһы һәм һыу ҡалдырыу сәбәпле табиптарҙы өйөнә саҡырыуҙы үҙ итә. Бер көн эсендә генә 500- н ашыу шылтыратыу ҡабул итәбеҙ, ти Гөлнара Әлибаева.Өфөнөң 1-се поликлиникаһында элек пациенттарҙың өйөнә йөрөү өсөн ике бригада эшләһә, хәҙер улар дүртәү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, сирлеләргә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дауаханаларға дәүләт автомобилдәре бүленде. Был эш машинаһында бер нисә аҙна элек экономика буйынса министр урынбаҫары йөрөй ине. Хәҙер улар ваҡытлыса водитель менән бергә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Тап ошо машинала табиптар пациенттарҙың өйөнә йөрөйәсәк.Бынан алда министр урынбаҫарын машинала йөрөткән Рөстәм Хөсәйеновҡа ла махсус костюм, бирсәткә, битлек кейеп, төрлө адрестарға сығырға тура килә. Буш ваҡыт бөтөнләй юҡ, ти ул. Поликлиникала йәнә ике бригаданың өҫтәлеүе эште әҙ булһа ла еңеләйтә. Шулай ҙа медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр кәмемәй.Медицина учреждениеһы водителе вазифаһын Рөстәм Зарипов та башҡара. Ниндәй ҙә булһа адресҡа барыр алдынан улар тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлай. Өҫтәүенә, машина эсе көнөнә бер нисә тапҡыр дезинфекцияланырға тейеш.Бигерәк тә 65 йәштән уҙыусы оло кешеләргә әле поликлиникаларға йөрөмәҫкә кәңәш итә табиптар. Короновирусты медицина учреждениеһында йоҡтороу ихтималы ҙур. Шуға ла, теркәлгән дауаханаға шылтыратып, табипты өйгә саҡырыу күпкә отошло. Пандемия булыу сәбәпле, хәҙер дәүләт хеҙмәткәрҙәренең күбеһе онлайн форматта эшләй. Шуға ла эш машиналарын поликлиникаларға ебәреү, табиптарға һәм пациенттарға ярҙам итеү ысулдарының береһе. Әле дауаханаларға ваҡытлыса бөтәһе 45 автомобиль йүнәлтелгән. Уларҙың барыһы ла эш башланы.