Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай

Тулыраҡ: Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай

Коронавирус менән ауырыған табиптарҙың һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биргәндә бюрократияға юл ҡуйырға ярамай. Премьер-министр Андрей Назаров тейешле ведомстволарға шундай күрһәтмә бирҙе. Хөкүмәт президиумы ултырышында бындай документтарҙы алыуҙы берҙәм итергә килешелде. Сертификаттың ғәмәлдә ҡалыу ваҡыты ла үҙгәртелде. Хәҙер уның менән 2021-се йылдың 30-сы октябренә тиклем ҡулланырға мөмкин. Ултырышта төбәктә туризм үҫешенә ярҙам иткән коммерция булмаған ойошмаларҙы яҡлау саралары ла тикшерелде.