Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған

Тулыраҡ: Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған

Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 415 осрағы теркәлгән. 9 мең 374 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 50 кеше һәләк булған. Белгестәр битлек режимы һаҡланыу тураһында тағы ла бер иҫкәртә, шулай уҡ социаль дистанция һаҡлау ҙа мәкерле сирҙән һаҡланырға ярҙам итә.