Республикала өс аҙна элек короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар ҡабаттан ошо уҡ процедураны үтте. Вакцинаның тәүге дозаһын яһатыусылар үҙҙәрен нисек тоя? Был прививканы һәр кем эшләтә аламы?Вакцинация эшләтер алдынан пациенттың тән температураһы, киҫкен вируслы репиратор инфекцияға билдәләре тикшерелә. 18-се клиник дауаханала эшләүсе Дамир Әфләтунов та короновирустан прививка эшләтеүселәрҙең береһе. Организмда булған бөтә үҙгәрештәрҙе теркәп барғас, ул йәнә поликлиникаға тикшереүгә килгән. Сентябрҙә бөтәһе утыҙлаған табип, шул иҫәптән республика инфекция дауаханаһының лаборатория хеҙмәткәрҙәре короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән. Бигерәк тә, дауаханала КОВИД-19 менән көрәшеүсе белгестәр өсөн прививка берҙән-бер һаҡланыу сараһы, ти улар. Вакцина эшләткәндән һуң табиптар ҡушҡан ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу мөһим. Пациенттарға бер көн физик эш башҡарырға, мунса-сауна инергә, фитнес-клубтарға йөрөү тыйыла. Ғөмүмән, Гам-ковид-Вак тип аталған вакцина башҡаларҙан әллә ни айырылмай. Икенсе тапҡыр прививка эшләтеп, 42 көн үткәс кенә, пациенттың ҡанында антиматдәләр барлыҡҡа килә, тип билдәләй белгестәр. Ошо ваҡыт арауығында вакцина эшләтеүсе табиптар күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш.
Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя?
Тулыраҡ: Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя?