Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында

Тулыраҡ: Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында

Өфө урман-техник техникумында республиканың “Урман хужалыҡтары менән идара итеү" бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус курстар башланды. Әҙерлек дәрестәре “Урман күҙәтеүсеһе — урман һағында" проекты сиктәрендә Президент грантына бойомға ашырыла. “Урман күҙәтеүсеһе — урман һағында" проектын Өфө урман техник техникумы уҡытыусылары һәм республиканың "Мин-илһөйәр" төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙерләне. Проекттың төп маҡсаты - урман янғындарының сығыуын иҫкәртеү. Бының өсөн ирекле дружиналар ойоштороу ҡаралған. Тәжрибә күрһәтеүенсә, урман янғындары эҙемтәләрен юҡ итеү өсөн йыш осраҡта көс һәм саралар ғына етмәй. Шуға ла урындарҙа ҙур булмаған ирекле янғын-ҡотҡарыу бүлексәләрен булдырыу – янғынды тиҙ арала юҡ итергә мөмкинлек бирер ине, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Проектҡа ярашлы, республиканың һәр районында 54 ирекле дружина ойоштороу планлашытырыла. Ирекмәндәр өсөн махсус әҙерлек курстарын Өфөнөң урман-техник техникумының юғары квалификациялы уҡытыусылары һәм урман хужалығы министрлығының бүлек хеҙмәткәрҙәре үткәрә.