Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Тулыраҡ: Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар, Журналистар берекмәләре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.