Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

Тулыраҡ: Башҡортостанда тағы 86 кешелә коронавирус асыҡланған

Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 501 осрағы теркәлгән. Ауырыуҙан 963 шул иҫәптән 195 кеше стационарҙа, 768-е амбулатор дауалана. Пандемия осоронда коронавирустан 51 кеше һәләк булған. Белгестәр битлек режимы тураһында иҫкәртә, шулай уҡ социаль дистанция һаҡлау ҙа мәкерле сирҙән һаҡланырға ярҙам итә.