Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Тулыраҡ: Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре тергеҙелә

Мәкерле сир таралыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡала хакимиәте ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләренең эшен тергеҙергә ҡарар итте. Әммә уларҙа барлыҡ һаҡлыҡ саралары, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәгә килеүселәргә мотлаҡ битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә битлек режимы индерелде. Роспотребнадзор илдә йәшәүселәрҙең барыһына ла халыҡ күп йөрөгән урындарҙа, транспортта, парковкаларҙа һәм лифттарҙа битлек кейергә ҡушты.