Битлек режимы нисек һаҡлана?

Тулыраҡ: Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Рейд хаҡында бер кем дә алдан мәғлүм түгел ине. Әлбиттә, бер ойошма ла тәккәбер хәбәрселәрҙе видеокамера менән көтмәй. Иглин районының ауыл советы йортона санитар-эпидимологик хәлде тикшереүселәр бер ҡаршылыҡһыҙ инде. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың ишек алдында температураһын тикшереүсе лә, дезинфекция саралары ла үткәреүсе лә булманы. Коридор буйлап эҙләй торғас, бер нисә кабинетта ауыл советы хеҙмәткәрҙәрен осратырға тура килде. Баҡтиһәң, бөгөн халыҡты ҡабул итеү көнө түгел икән. Үҙ сиратында тикшереү төркөмөн ауыл советы башлығы шелтәләргә маташты. Иглин ауылы советы башлығы санитар-эпидимиологик ҡәғиҙәләрҙең теүәл үтәлеше хаҡында аҡланырға тырыштыБашҡортостан башлығы хакимиәтенең тикшереү идаралығы кәңәшсеһе ауыл советының ковид инспекторы эшенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.Ә бына стоматология поликлиникаһында ковид инспекторы эргәһенә барып етер өсөн тәүҙә ишек алдындағы ҡәғиҙәләр менән танышыу мотлаҡ, әммә күптәр уны күрәһең йә күрмәй, йәә иңҡар итә.Иглин районы хакимиәтенә иһә һаҡсының рөхсәтенән тыш йәһәт кенә инеп китеп булмай. Тикшереү идаралығы хеҙмәтен ковид инспекторы ҡаршы алды. Ирина Стафеева ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире, ул бер юлы үҙенең хеҙмәт вазифаһын да үтәп өлгөрә. Санитар ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән хеҙмәткәрҙәр етди киҫәтелә, тине ковид инспекторы. Республика дәүләт учреждениялары һәм ойошмаларында эш урындарында вирустың ҡотороуына юл ҡуймау маҡсатында 4771 ковид инспекторы тәғәйенләнгән, уларҙың барыһы ла онлайн белем алған. Белгестәр тән температураһын ҡарай, битлек режимы һәм башҡа профилактик сараларҙың теүәл үтәлешен тикшерә. Учалы районы хакимиәте лә урындағы предприятиелар, цехтар, ойошмаларҙа ковид-инспекторҙарының эшен тикшерҙе. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан, һәм кире иҡтисади эҙемтәләрҙән арындырасаҡ. Республиканың һәр районында ла дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларҙа санитар-эпидимиологик хәл аҙна аҙағына тиклем тикшереләсәк.