Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны Роспотребнадзор тәҡдиме менән ҡулланалар. Кеше өсөн зыянлы түгел, әммә эпедемия осоронда вагондарҙы зарарһыҙландырыу өсөн иң яҡшыһы. Һиптертеп сыҡҡандан һуң бер нисә минут көтөргә кәрәк. Аҙаҡ инде ултырғыстар, тәҙрәләр, багаж урындары ентекләп һөртөп алына. Пандемияға тиклем вагондар көнөнә бер тапҡыр йыуылһа, хәҙер инде һәр маршрут аҙағында. Тимәк көнөнә бер нисә тапҡыр. Кемдәрҙеңдер һаулығын һаҡлап ҡалыуға минең дә өлөшөм булыуы ыңғай тойғолар уята ти, тимер юл станцияһында 20 йылға яҡын эшләүсе Рәмилә Дәүләтова. Хаҡлы ялға тиклем рельстарҙың йүнәлешен билдәләүсе булһа, хәҙер таҙалыҡ өсөн яуап бирә.Санитар тарҙартыу машинист бүлмәһендә лә башҡарыла. Әйткәндәй, бер ай элек кенә Башҡортостан ҡала яны электропоездары яңыртылған. Хәҙер инде сағыштырмаса юғары тиҙлектәге өр-яңы поездарҙы халыҡ күп йөрөгән маршруттарға ҡуялар. Тиҙлек кенә түгел, улар күпкә уңайлыраҡ та. Велосипед, саңғы ҡуйыу өсөн махсус урын булыуы ла пассажирҙарҙы ҡыуандыралыр. Комиссия таҙартыусылар эшен һәм вагондарҙың техник торошон тикшергәндән һуң электропоезд артабанғы маршрутҡа юллана.
Электричкалар дезинфекцияланды
Тулыраҡ: Электричкалар дезинфекцияланды