Эшһеҙҙәр арта

Тулыраҡ: Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына Башҡортостанда 15 меңләгән кеше эшһеҙ статусын алған. Шул уҡ ваҡытта 8 меңдән ашыу эшһеҙ эш йәки килемле шөғөл тапҡан. Йыл башында 20 мең кеше мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған, уларҙың 18 меңе эшһеҙ статусына эйә булған.