Ҡояш энергияһын ҡулланып

Тулыраҡ: Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы төбәк селтәрҙәренә тапшырыла.Проектты бойомға ашырыу бер нисә ай ваҡыт талап иткән. Төҙөлөш барышында бында 200 кеше эшләһә, хәҙер станцияны бары 20 белгес хеҙмәтләндерә. Эштәрҙең күбеһе автоматлаштырылған.72 меңдән ашыу фотоэлектр модулдәре 52 гектар майҙанды биләй. Проекттың хаҡы өс миллиард ярым һумға яҡын. Башҡортостандағы ошондай станцияларҙың был иң ҡеүәтлеһе. Мультикристаллы кремний панелдәре нигеҙендәге генератор станцияһы Рәсәйҙә бер нисә генә. Фотоэлементтарҙың һәр береһе сәғәтенә 380 киловатҡа тиклем энергия етештерә.“Стәрлебаш” ҡояш электр станцияһы Башҡортостанда быйыл файҙаланыуға тапшырылған икенсе объект. Киләсәктә төбәктә йәнә ете ошондай станция төҙөү ҡаралған.